Интервью руководителя МУП «СтерлитамакВодоКанал» Рахматуллина Р.А. о деятельности организации

Интервью руководителя МУП «СтерлитамакВодоКанал» Рахматуллина Р.А. о деятельности организации
Первоисточник (Автор:Роза Сафина)

Сифаты яҡшырҙы

– Раэль Әҙһәмович, Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа беҙҙең һыуҙың республикала, ғөмүмән, ил буйынса иң таҙа һыу булыуын билдәләй. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү, ғөмүмән, был өлкәлә халыҡты хеҙмәтләндереү мәсьәләләре тураһында ентекләберәк аңлатығыҙ әле.

– Стәрлетамаҡ Һыу каналы бөгөн халыҡты һыу менән тәьмин итеүсе, ағынты һыуҙарҙы ағыҙыу системалары комплексын һәм таҙартыу ҡоролмаларын үҙ эсенә алған, республикабыҙҙағы иң эре коммуналь предприятиеларҙың береһе булып тора. Уның составына 3 һыу алыу ҡоролмаһы, 10 һыу менән тәьмин итеүсе насос станцияһы, 191 һыу бүлеү колонкаһы, 1070 янғын һүндереү гидранты, 16 канализация насос станцияһы, тәүлегенә 25 000 кубометр ҡеүәтле биологик таҙартыу ҡоролмаһы һәм 900 һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәре инә.

Предприятие эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып һыу ресурстарын рациональ ҡулланыу, техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, эсәр һыуҙың сифатын, ҡаланың канализация системаһына һәм Ағиҙел йылғаһына сығарып ташланылған ағынты һыуҙарҙы контролдә тотоу тора.

Технологик режимдар менән оператив идара итеү һәм авария хәлдәрен бөтөрөү буйынса эштәрҙе диспетчер хеҙмәте башҡара, диспетчер пунктына бөтә объекттарҙан мәғлүмәт килә. Предприятиеның кәрәкле махсус техникаһы бар – автокрандар, экскаваторҙар, самосвалдар, горизонталь йүнәлешле быраулау өсөн һәм ерҙе тишә торған ҡулайламалар, манипулятор крандар, һыу ташыу өсөн автомобилдәр, ләм һурҙырғыс һәм канализацияны таҙартыу һәм канал йыуыу машиналары.

Стәрлетамаҡ Һыу каналының эсәр һыуҙың һәм ағынты һыуҙың сифатын күҙәтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән аккредитацияланған лабораторияһы бар.

“Таҙа һыу” проекты сиктәрендә федераль, республика һәм ҡала бюджеты иҫәбенә Көнбайыш биҫтәләге насос станцияһында эсәр һыуҙы таҙартыу өсөн мембраналы ысул индереү буйынса эштәр тамамланды. Проектты тормошҡа ашырыу ҡулланыусыларҙы донъя стандарты нормаларына ярашлы һыу менән тәьмин итергә мөмкинселек бирҙе. Ябайлаштырып әйткәндә, һыу сифаты яҡшырҙы.

– Стәрлетамаҡ Һыу каналы предприятиеһында нисә хеҙмәткәр эшләй?

– Беҙҙең предприятиела 471 белгес эшләй. Улар объекттарҙы реконструкциялау һәм модернизациялау эштәрен башҡара, яңы биҫтәләрҙе үҫтереү өсөн селтәрҙәр төҙөйҙәр. Беҙҙең компания Стәрлетамаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһын үҫтереүҙә һәм яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Системала авариялар булмаһын өсөн...

– Хәҙерге заман кешеһе ҙур биҫтәләрҙәге күп фатирлы йорттарҙа йәшәй һәм фатирҙарға һыу нисек килә, ҡулланылған һыу нисек ағыҙыла – ошо турала уйлап та ҡарамай...

– Һыу менән тәьмин итеү кешенең йәшәйешендә, көнитмешендә ҙур роль уйнай. Әлеге ваҡытта 75 процент самаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системалары туҙған. “Стәрлетамаҡ һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре көн һайын селтәрҙәрҙәге унлаған тығынды таҙарта. Ҡайһы берҙә бындай хәлдәр халыҡтың ҡала инженер инфраструктураһына вайымһыҙ ҡарауы арҡаһында килеп сыға (канализацияға нәмә генә ташламайҙар: салфеткалар, йүргәктәр, сепрәк, гигиена саралары һәм башҡалар).

Форсаттан файҙаланып, халыҡҡа зинһар унитаздарға еүеш салфеткалар, памперстар, башҡа төр гигиена саралары ҡалдыҡтары ырғытмағыҙ, тип мөрәжәғәт иткем килә. Был материалдар, үҙ сиратында, ҡабарып, ҙур бер түңәрәккә әйләнеп, канализация системаһында тығын барлыҡҡа килтерә һәм һөҙөмтәлә аварияға әйләнә. Ул торбаны ҡыш уртаһында йәнә граждандарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып, мәҫәлән, соҡоп, таҙартырға тура килә. Ә күпме ресурс сарыф ителә. Был көстө, мәҫәлән, һыу системаһын яҡшыртыуға йүнәлтергә мөмкин булыр ине.

Шулай итеп, һыу каналы ойошмаларының системалы эшләүе бик мөһим, был бит һыу селтәрҙәрендәге төрлө аварияларҙан һәм хәлдәрҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы. Стәрлетамаҡ ҡалаһында канализация коллекторҙарын модернизациялау һәм ремонтлау мәсьәләһе киҫкен тора.

Һыу үткәреү селтәрҙәре көмбәҙе емерелеү осрағында упҡын тәрәнлеге 9 метрға тиклем барып етә, һәм ул техноген аварияға (кешеләрҙең һәләк булыуына) һәм ҡалалағы һыу системаһы эшенең боҙолоуына килтереүе ихтимал.

– Яңылышмаһам, беҙҙең ҡалала һыу менән тәьмин итеүҙең хаҡы кубометрына 25 һум 19 тин тора? Был хаҡтар ҡасан билдәләнде һәм үҙгәрәсәкме?

– Бөгөнгө көндә беҙҙең ҡалала һыу менән тәьмин итеү хаҡы кубометрына 25 һум 19 тин тора һәм ул республика буйынса иң арзан хаҡ булып тора. Миҫал өсөн, Салауат ҡалаһында һыуҙың кубометры 33 һум 16 тин, ә Ишембай ҡалаһында 52 һум 96 тин тора. Һуңғы тапҡыр һыуға хаҡтар беҙҙә 2017 йылда күтәрелгәйне.

Һуңғы йылдар эсендә фактик инфляция үҫеше темптары тариф билдәләнгәндә ҡулланылғандан бер нисә тапҡырға юғарыраҡ. Был фактор беҙҙең ҡалала йәшәү өсөн кәрәк булған һыу менән тәьмин итеү системаһы ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн ремонт эштәрен үткәреү мөмкилектәрен ҡыҫҡартыуға йоғонто яһай. Шуға алдағы йылда ағып сығып киткән һыуға, атап әйткәндә, бер ни тиклем хаҡ күтәрелеүе көтөлә. Әммә был түләүҙәрҙә әллә ни һиҙелмәйәсәк, шул уҡ ваҡытта ул сумма һыу системаһында ремонтты өҙлөкһөҙ һәм сифатлы итеп башҡарыу өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: һыуға хаҡ артҡан хәлдә лә ул башҡа муниципалитеттар менән сағыштырмаса осһоҙ ҡала.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Эльдар ФӘТТӘХОВ һәм предприятие рәсми сығанаҡтары фотолары.

КРАНДАН ҺЫУ АҒЫҘЫП АЛЫУ ЕҢЕЛ ДӘ УЛ... йәки Һыу системаһында ниндәй проблемалар бар?



Вернуться назад